+6 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
12 Октябрь 2021, 13:02

Юлға сыҡһаң, тейешле документың булһын

Бөгөн Өфөнөң Көньяҡ автовокзалынан республиканың башҡа ҡалаларына китергә йыйынған тиҫтәләгән кеше кире боролорға мәжбүр булған. Ковидҡа ҡаршы яңы сикләү саралары ғәмәлгә ингәнлектән, ҡайһы бер пассажирҙар юлға сыға алмаған.

Юлға сыҡһаң, тейешле документың булһынЮлға сыҡһаң, тейешле документың булһын
Юлға сыҡһаң, тейешле документың булһын

Бөгөн Өфөнөң Көньяҡ автовокзалынан республиканың башҡа ҡалаларына китергә йыйынған тиҫтәләгән кеше кире боролорға мәжбүр булған. Ковидҡа ҡаршы яңы сикләү саралары ғәмәлгә ингәнлектән, ҡайһы бер пассажирҙар юлға сыға алмаған.

Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: 1 октябрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Документҡа ярашлы, 12 октябрҙән пассажирҙар ташыуға ҡарата яңы талап үҙ көсөнә инә.

Бөгөндән башлап ҡала-ара автобустарға һәм “Орлан” ҡала яны поезына билеттар һатыу һәм уларға ултырыу түбәндәге документтарҙың береһе булғанда ғына мөмкин:

  • COVID-19-ға ҡаршы вакцина яһатыу хаҡында сертификат (электрон төрҙә йәки ҡағыҙ варианты);
  • һуңғы алты ай эсендә COVID-19-ҙы үткәреү хаҡында белешмә;
  • ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмә (электрон төрҙә йәки ҡағыҙ варианты), ул бирелгән ваҡыттан өс көн дауамында яраҡлы.

Был документтар ике тапҡыр тикшерелә – билет һатып алғанда һәм транспортҡа ултырғанда. Ковидҡа ҡаршы сараларҙың нисек үтәлеүен тикшереүгә республикала етди иғтибар биреләсәк.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас