+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Октября 2021, 04:25

Мәскәү метроһында - Башҡортостан поезы

Республика көнөндә Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү айҡанлы “Башҡортостан, алға!” тематик поезы йөрөй башланы.

Мәскәү метроһында - Башҡортостан поезыМәскәү метроһында - Башҡортостан поезы
Мәскәү метроһында - Башҡортостан поезы

Республика көнөндә Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү айҡанлы “Башҡортостан, алға!” тематик поезы йөрөй башланы.

Уға стартты телекүпер режимында Республика Башлығы Радий Хәбиров бирҙе. “Төньяҡ” электр депоһынан сыҡҡан поезд Сокольническ линиһы буйлап йөрөй һәм Мәскәү халҡын Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте, үҙенсәлекле урындары һәм иҡтисади ҡаҙаныштары менән таныштыра.  

Баш ҡала метроһының был линияһы оҙонлоғо – 44 саҡрым. Поезд уны сама менән 63 минутта үтә, барлығы 26 станцияла туҡтай.  

1931 йылда башланған Мәскәү метрополитенын төҙөүҙә Башҡортостан халҡы ҙур әүҙемлек күрһәтә. Төҙөлөшкә республиканан биш меңдән ашыу кеше килә. Метро төҙөүселәре араһында һәр алтынсы эшсе беҙҙе яҡташыбыҙ була.

Олег Яровиков фотоһы. 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас