+14 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Октября 2021, 11:57

Кемдәр вакцинаны мотлаҡ яһатырға тейеш?

Башҡортостанда 13 октябрҙән эпидемиологик күрһәткестәр буйынса граждандарҙың айырым категорияларына мотлаҡ вакцинация башланасаҡ. Был турала бөгөнгө брифингта Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе Анна Казак белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кемдәр вакцинаны мотлаҡ яһатырға тейеш?Кемдәр вакцинаны мотлаҡ яһатырға тейеш?
Кемдәр вакцинаны мотлаҡ яһатырға тейеш?

Башҡортостанда 13 октябрҙән эпидемиологик күрһәткестәр буйынса граждандарҙың айырым категорияларына мотлаҡ вакцинация башланасаҡ. Был турала бөгөнгө брифингта Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе Анна Казак белдерҙе.

Вакцинацияны мотлаҡ үтергә тейешлеләрҙең тулы исемлеге менән ҡарар ведомствоның сайтында шаршамбы, 13 октябрҙә, баҫылып сығасаҡ.

Анна Казак был исемлеккә уҡытыусылар, табиптар, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре һәм халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеүсе башҡа һөнәр эйәләре инәсәген аныҡлап китте.

Инфекцияны йоҡтороусылар һаны артҡанлыҡтан, бындай саралар илдең 30 төбәгендә индерелгән дә инде.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас