+1 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Октября 2021, 05:08

Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек ептәре нығый

Республикаға Ҡаҙағстандың сауҙа һәм интеграция министры Бәхет Солтанов менән Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе аҡымы Ғәли Исҡәлиев килде. Бының һөҙөмтәһе булып Башҡортостанда Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса Евразия  иҡтисади үҙәге төҙөләсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек ептәре нығыйҠаҙағстан менән хеҙмәттәшлек ептәре нығый
Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек ептәре нығый

Республикаға Ҡаҙағстандың сауҙа һәм интеграция министры Бәхет Солтанов менән Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе аҡымы Ғәли Исҡәлиев килде. Бының һөҙөмтәһе булып Башҡортостанда Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса Евразия  иҡтисади үҙәге төҙөләсәк.

Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә яҡтар осрашыуы үтте. Унда “Евразия иҡтисади үҙәге”инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса һөйләшеү булды.

  • Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек итеү тышҡы бәйләнештәр өлкәһендә өҫтөнлөклө йүнәлешкә эйә. Осрашыу һәр ваҡытта ла дуҫтарса атмосферала үтә. Күптән түгел беҙҙең делегация Ҡаҙағстандан ҡайтты һәм тиҙ арала хеҙмәттәшлек хаҡында документ әҙерләне,- тине Республика Башлығы Радий Хәбиров.

Ҡаҙағстан делегацияһы сафында эшҡыуарҙар ҙа бар. Улар яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҡыҙыҡһыныу белдерә. Яҡтар үҙ-ара сәнәғәт һәм сауҙа кооперацияһын үҫтереү хаҡында килеште.

Шулай уҡ  киләһе йыл башына Өфө һәм Нурсолтан ҡалалары араһында авиа осошто тергеҙергә иҫәп тотола.Был хаҡта пассажирҙар яғынан да үтенестәр, тәҡдимдәр булды. Шулай уҡ мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу, ауыл хужалығы өлкәһендә лә хеҙмәттәлек итеү  хаҡында ла һүҙ барҙы

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас