+13 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Октября 2021, 05:56

Указда – үҙгәрештәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы хаҡындағы Указға үҙгәрештәр индерҙе.

Указда – үҙгәрештәрУказда – үҙгәрештәр
Указда – үҙгәрештәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы хаҡындағы Указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, сауҙа үҙәктәренә, матурлыҡ, массаж, косметология салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, сауналарға, мунсаларға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларына вакцина эшләтеү хаҡында сертификат йәки һуңғы алты ай эсендә ковид үткәреү хаҡында белешмә, шулай уҡ 27 октябргә тиклем – ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе хаҡындағы белешмә булғандар ғына индерелә. Шул уҡ талап ҡала-ара автобустарҙа, ҡала яны “Орлан” поезында йөрөүгә лә ҡағыла.

27 октябрҙән һуң ошо учреждениеларға ингәндә, ҡала-ара һәм ҡала яны транспортында йөрөгәндә ПЦР-тестар ҡабул ителмәйәсәк, ковидҡа ҡаршы вакцина яһатыу тураһында сертификат йәки һуңғы алты ай эсендә ковид менән сирләү хаҡында белешмә генә ғәмәлдә буласаҡ.

Оператив штаб ултырышында ҡатнашыусылар, халыҡ вакцина яһатып, тейешле сертификат алып өлгөрһөн өсөн, яңы норманың ғәмәлгә инеү ваҡытын оҙайтты.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас