+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Октября 2021, 11:19

Табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына – дәүләт бүләктәре

“Бөгөн, төп байрамыбыҙ – Республика көнө алдынан, хеҙмәтегеҙ өсөн, меңдәрсә кешеләрҙең һаҡлап ҡалынған ғүмере һәм һаулығы өсөн рәхмәт әйтергә һеҙҙе ошо залға йыйҙыҡ”, – тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына дәүләт бүләктәрен тапшырыу тантанаһы алдынан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына – дәүләт бүләктәреТабиптарға һәм шәфҡәт туташтарына – дәүләт бүләктәре
Табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына – дәүләт бүләктәре

“Бөгөн, төп байрамыбыҙ – Республика көнө алдынан, хеҙмәтегеҙ өсөн, меңдәрсә кешеләрҙең һаҡлап ҡалынған ғүмере һәм һаулығы өсөн рәхмәт әйтергә һеҙҙе ошо залға йыйҙыҡ”, – тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына дәүләт бүләктәрен тапшырыу тантанаһы алдынан.

Ул пандемияға ҡаршы көрәштә тап медицина хеҙмәткәрҙәренең беҙҙең төп яҡлаусыларыбыҙ һәм ышанысыбыҙ булыуын билдәләне.

“Кешелек өсөн ҡаты һынауға әйләнгән пандемия табип һөнәренең айырым әһәмиәте хаҡында иҫкә төшөрҙө. Бөтә хеҙмәттәр, йәмәғәт ойошмалары, волонтерҙар ҙа һеҙгә ярҙам итергә тырышты. Ләкин төп йөк һеҙҙең иңдәргә төштө”, – тине Радий Хәбиров.

Ул сир көсәйеү шарттарында беҙҙең клиникаларҙың яңынан тулы мобилизация режимына күсеүен әйтеп үтте.

Бөгөн Пирогов орденына, “Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн” орденының миҙалына, Лука Крымский миҙалына, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” исеменә, Рәсәй Президентының Почет грамоталарына һәм рәхмәт хаттарына республикабыҙҙың 47 медицина хеҙмәткәре лайыҡ булды.

Бүләкләү тантанаһынан һуң Башҡортостан Башлығы бөтә медиктарға һаулыҡ, именлек, бәхет теләне һәм сәләмәтлектәрен һаҡлауҙарын һораны.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас