+8 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Октября 2021, 10:55

Өс башлыҡ эштән китте

Ике райондың һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының башлыҡтары вазифанан китте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өс башлыҡ эштән киттеӨс башлыҡ эштән китте
Өс башлыҡ эштән китте

Ике райондың һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының башлыҡтары вазифанан китте.

Ауырғазы район советы депутаттары сираттан тыш ултырышта хакимиәт башлығы Зөфәр Иҙрисовтың отставкаһын ҡабул итте.

Муниципалитет етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса Арыҫлан Шәһәретдинов башҡара.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Зөфәр Иҙрисов Өфө хакимиәтенә эшкә күсә.

Район советы депутаттарының сираттан тыш ултырышы Бүздәктә лә үтте. Унда район хакимиәте башлығы Азат Арыҫлановтың отставкаһы тураһында ғаризаһы ҡаралды һәм ҡабул ителде.

Етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу Илнур Игдиевҡа йөкмәтелде. Ул быға тиклем Асҡын районында башлыҡтың беренсе урынбаҫары булып эшләгән.

Социаль селтәрҙәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов хушлашыу һүҙҙәре яҙған. Ул, бөгөн минең был вазифала һуңғы эш көнөм, китеү тураһында ҡарарым ҡапылдан килеп сыҡманы, уйлап эшләнгән аҙым ул, тип яҙа.  

Автор:
Читайте нас