

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров X Петербург халыҡ-ара газ форумы эшендә ҡатнаша. Ул кисә форумда ойошторолған күргәҙмәне һәм Башҡортостан стендын ҡарап сыҡты. Унда республиканың газ тармағы өлкәһендә махсуслашҡан алты төп предприятиеһы күрһәтелгән.
Улар — Октябрьскийҙан «ОЗНА» — нефть сервисы буйынса төп компания; газ станциялары өсөн уникаль ҡулайламалар сығарған һәм импортты алмаштырыу буйынса проектты тормошҡа ашырған Өфө компрессор заводы (элек башлыса Италия компрессорҙары файҙалынылды); нефть-газ тармағы өсөн яңы ҡорамал эшләгән Өфө дәүләт нефть техник университетының Инжиниринг үҙәге; Көнсығыш арматура компанияһы, Салауат химия заводы; төп газ компаниялары.
Быйыл республика етәксеһенең ҡарары буйынса предприятиеларға ошондай ҙур майҙансыҡта бушлай үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге бирелде, был, һис шикһеҙ, компанияларҙың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш. Стенд газ ҡыуыу агрегаты — АЛ-41СТ двигателе рәүешендә эшләнгән.
«Беҙҙең стенд газ тармағының киләсәген күрһәтә. Хәҙер Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе үткән быуындың хәрби двигателе нигеҙендә АЛ-31СТ — газ ҡыуыу агрегатын эшләй. Ул «Силы Сибири» проектында ҡулланыла», — тип һөйләне Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
«Газпром» вәкилдәре менән 2025 йылға тиклем газ үткәреү программаһын һәм президент ҡушыуы буйынса әлеге ваҡытта илебеҙҙә бойомға ашырылған ер участкаларына хәтлем бушлай газ үткәргес һуҙыу программаһын тикшерербеҙ. Республикала газ үткәреү кимәлен шәхси йорттар өсөн 84 проценттан 93 процентҡа тиклем күтәрербеҙ. Бөгөн беҙҙең автотранспорт өсөн газ яғыулығы буйынса осрашыу ҙа була», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Олег Яровиков фотоһы.