+23 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Октября 2021, 10:32

Мәғлүмәттәр ҙур хафаға һала

Бына бер нисә аҙна инде республикала коронавирус менән сирләүселәр ҙә, унан вафат булыусылар ҙа көндән-көн арта. Һуңғы тәүлек эсендә инфекция 615 ауырыуҙа асыҡланған (кисә 576 ине), 32 яҡташыбыҙ донъя ҡуйған (кисә – 30).

Мәғлүмәттәр ҙур хафаға һалаМәғлүмәттәр ҙур хафаға һала
Мәғлүмәттәр ҙур хафаға һала

Бына бер нисә аҙна инде республикала коронавирус менән сирләүселәр ҙә, унан вафат булыусылар ҙа көндән-көн арта. Һуңғы тәүлек эсендә инфекция 615 ауырыуҙа асыҡланған (кисә 576 ине), 32 яҡташыбыҙ донъя ҡуйған (кисә – 30).

Башҡортостанда вирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 71 023-гә еткән. Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 986 ауырыу ковидтан дауалана, шуларҙың 591-е – 60 йәштән өлкәнерәк. Ауыр хәлдәгеләр – 50, 17 сырхау йәшәү өсөн яһалма һулыш аппараты ярҙамында көрәшә. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 6 244 (4 143-ө – 60-ты уҙған өләсәй һәм олатайҙар).

Пандемия башланғандан алып вирустан 61 971 кеше һауыҡҡан, шул иҫәптән 604-е – аҙаҡҡы тәүлектә.

Республикала яуыз инфекциянан 1822 ғүмер өҙөлгән, донъя ҡуйыусыларҙың 1534-е – 60-тан үткәндәр.

Ковидҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 1 325 308 кеше алған, икенсеһен дә ҡаҙатыусылар – 1 211 642.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас