

Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге беренсе һанлы интернат-гимназия базаһында Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен өйрәнеүҙе яҡлау үҙәге асылды.
Үҙәк башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, өҫтәмә белем биреү учреждениелары педагогтарына мәғлүмәти, фәнни- методик, консультация ярҙамы өсөн төҙөлә. Төбәк үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлгән шәхси программаның авторҙары 1-се һанлы БРГИ уҡытыусылары. Улар онлайн- дәрестәр, мастер-кластар һәм интерактив күнекмәләр үткәрәсәк, методик ярҙам күрһәтәсәк.
Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн мәктәп партнерҙар булып Татарстанда, Силәбе өлкәһендә һәм Ханты- Мансы өлкәһендә урынлашҡан мәктәптәр сығыш яһай.
Беренсе дәрес рәсми асылған көндө, йәғни 8 октябрҙә үткәреләсәк.