-2 °С
Облачно


Кисә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана коллективын яңы директор вазифаһын башҡарыусы Марат Зөлҡәрнәев менән таныштырҙы.
Конкурс үткәрелгәнгә тиклем ул директор вазифаһын башҡарасаҡ.
Марат Миңлеғәле улы Зөлҡәрнәев — Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһы советы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты. Быға тиклем Башҡортостандың Милли музейы етәксеһе булды.