+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Октября 2021, 03:25

Өфө маршруттарына яңы 60 "НефАЗ" автобусы сыҡты

Кисә «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының транспорт предприятиелары директорҙарына "НефАЗ" маркалы 60 автобустың асҡысын тапшырҙы.

Өфө маршруттарына яңы 60 "НефАЗ" автобусы сыҡтыӨфө маршруттарына яңы 60 "НефАЗ" автобусы сыҡты
Өфө маршруттарына яңы 60 "НефАЗ" автобусы сыҡты

Кисә «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының транспорт предприятиелары директорҙарына  "НефАЗ" маркалы 60 автобустың асҡысын тапшырҙы.

«Өфөлә пассажирҙар ташыу һәм автобустар камил булһын өсөн тырышабыҙ. Күп ҡатмарлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар ҙа бар, әлбиттә, ләкин беҙ быларҙың барыһын да еңәбеҙ. «Башавтотранс»ты нығытыу, уның хеҙмәткәрҙәренә ятаҡ төҙөү ниәте бар. Һәр ваҡыт предприятие етәкселегенән эш хаҡын да арттырыуҙы һорайым. Имен-һау эшләүегеҙҙе, пассажирҙарҙан яҡшы һүҙҙәр ишетеүегеҙҙе теләйем. Ғаиләләрегеҙгә изгелек һәм именлек. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт», — тине автобус водителдәренә мөрәжәғәт итеп, республика етәксеһе.

Автобустар пассажирҙарға мәғлүмәт еткереүҙең электрон системаһы, ГЛОНАСС, водителдең эшен контролдә тотоу өсөн тахограф менән йыһазландырылған. «Башавтотранс» предприятиеһының генераль директоры Надир Самиев әйтеүенсә, уларҙың заказы буйынса завод ҡышҡы шарттарҙа салонды йылытыу өсөн өҫтәмә мейестәр ҡуйған.

2021 йылда «Башавтотранс» предприятиеһы республика бюджеты аҡсаһы иҫәбенә 2,1 миллиард һумға 220 автобус һатып алды. 

Валерий Шахов фотоһы. 

Автор:
Читайте нас