+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Октября 2021, 12:38

Баш табиптар Радий Хәбировҡа Асыҡ хат яҙған

Башҡортостан дауаханаларының баш табиптары, 65 йәштән өлкән кешеләр өсөн үҙизоляция режимын индереүҙе һорап, республика Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итте.

Баш табиптар Радий Хәбировҡа Асыҡ хат яҙғанБаш табиптар Радий Хәбировҡа Асыҡ хат яҙған
Баш табиптар Радий Хәбировҡа Асыҡ хат яҙған

Башҡортостан дауаханаларының баш табиптары, 65 йәштән өлкән кешеләр өсөн үҙизоляция режимын индереүҙе һорап, республика Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итте.

Асыҡ хатты социаль селтәрҙәрҙә Республика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһы, Зубоволағы һәм Стәрлетамаҡтағы йоғошло сирҙәр үҙәктәре баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов баҫып сығарҙы. Хатҡа шулай уҡ бүтән дауаханалар баш табиптары: Тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһынан Ирина Карамова, Октябрьский 1-се ҡала дауаханаһынан Сергей Иванов, Стәрлетамаҡ 2-се ҡала дауаханаһынан Эльвира Ғилванова, Күмертау үҙәк ҡала дауаханаһынан Олег Астахов, Сибай үҙәк ҡала дауаханаһынан Радик Нәҙерғолов һәм Өфө ҡалаһының 13-сө дауаханаһынан Булат Ғарифуллин ҡул ҡуйған.

«Ҡайһы берҙә инде ҡул төшә башлай, ләкин бер-беребеҙгә көс биреп, бирешмәҫкә тырышабыҙ. Бигерәк тә 65 йәштән өлкәндәр күп китә. Хроник сирлеләр вафат була. Улар бөтәһе лә йә прививка яһап өлгөрмәгән, йә яһарға теләмәгән, – тип яҙа баш табиптар. – Коронавирус – бик ҡурҡыныс сир. Әгәр кеше яһалма һулыш аппаратына тоташтырылһа һәм реанимацияға эләкһә, берәү ҙә бер ниндәй ҙә фараз яһай алмай". 

Табиптар әйтеүенсә, йәмғиәттә ярайһы уҡ көслө “прививкаға ҡаршы” кәйеф хөкөм һөрә. Коронавирустан үлеүселәр көндән-көн арта бара. Шуға күрә табиптар Башҡортостан Башлығына “вирустан иң яҡланмаған кешеләр хаҡында хәстәрлек күреүҙе һорап” мөрәжәғәт итә.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, тәүлек эсендә республикала вирус 576 сырхауҙа раҫланған, был кисәгенән 40-ҡа күберәк. Бер тәүлектә 30 ауырыу вафат булған. Пандемия башланған алып ковид йоҡтороусылар һаны – 70 406, сирҙән 61 367 кеше һауыҡҡан.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас