+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Октября 2021, 03:05

«Ашҡаҙар» радиоһында - Башҡортостан тарихы

«Ашҡаҙар» радиоһы үҙенең бөгөнгө эфирын Башҡортостан тарихына арнай. Ул алда торған Республика көнө уңайынан ойошторола.

«Ашҡаҙар» радиоһында - Башҡортостан тарихы«Ашҡаҙар» радиоһында - Башҡортостан тарихы
«Ашҡаҙар» радиоһында - Башҡортостан тарихы

«Ашҡаҙар» радиоһы үҙенең бөгөнгө эфирын Башҡортостан тарихына арнай. Ул алда торған Республика көнө уңайынан ойошторола. 

Бер көндә радиоканалда тыуған республикабыҙ тарихы тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алырға мөмкин буласаҡ. Урта быуаттағы ҡала һәм хәҙерге Өфө араһында ниндәй бәйләнеш бар? Ни өсөн Бөйөк Ебәк юлының көнсығыш тармағы беҙҙең төбәк аша үткән? Шул замандың сауҙагәрҙәре нимә менән сауҙа иткән? «Ашҡаҙар» радиоһында Марат Зөлҡәрнәевтың «Минең Өфөм» тапшырыуын тыңлағандан һуң ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап таба алырһығыҙ.

Билдәле ғалим Рим Янғужиндың янсығы юғалыуы Башҡорт университетының нигеҙ һалыныу йылын билдәләү менән нисек бәйле булыуы хаҡында «Беҙҙең донъя» тапшырыуында журналист Фәнүзә Баһауетдинова һөйләр.

Тарихсы Ирек Аҡманов хеҙмәт юлын йөк тейәүсе булып башлаған. Ғалимдең биографияһынан тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ мәғлүмәттәрҙе журналист Зөмәйрә Сафинаның «Ижади портрет» программаһынан белергә була.

Автор:
Читайте нас