+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Һуңғы яңылыҡтар
6 Октября 2021, 04:45

2-се Башҡорт уҡсылар полкы байрағы республикаға ҡайтарылды

Һөйләшеүҙәр һәм экспертизалар һөҙөмтәһенә таянып, 1919 йылда Петроградты Юденич ғәскәрҙәренән һаҡлағанда батырлыҡ күрһәткән 2-се Башҡорт уҡсылар полкы байрағы оригиналы республикаға ҡайтарылды, тип белдерҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров.

2-се Башҡорт уҡсылар полкы байрағы республикаға ҡайтарылды2-се Башҡорт уҡсылар полкы байрағы республикаға ҡайтарылды
2-се Башҡорт уҡсылар полкы байрағы республикаға ҡайтарылды

Һөйләшеүҙәр һәм экспертизалар һөҙөмтәһенә таянып, 1919 йылда Петроградты Юденич ғәскәрҙәренән һаҡлағанда батырлыҡ күрһәткән 2-се Башҡорт уҡсылар полкы байрағы оригиналы республикаға ҡайтарылды, тип белдерҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров.

Байраҡ ун йыл шәхси коллекцияла һаҡланған, Рәсәйгә АҠШтан ҡайтарылған.

“Беҙ тарихи хәтерҙе һаҡлау, Башҡортостан халҡтарының һәр быуыны күрһәткән батырлыҡтарҙы мәңгеләштереү мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләбеҙ.

Яҡташтарыбыҙҙың дәүләтселегебеҙҙе һаҡлауға индергән миҫал өлгөһө булып, башҡорт полктарының генерал Николай Юденич ғәскәрҙәре һәм сит ил интервенттарынан Петроградты обороналауы тора. 1919 йылда Реввоенсовет Көньяҡ фронттан Ҡыҙыл Армияның бер нисә башҡорт полкын Петроград янына күсерергә ҡарар итә. Улар эшселәргә, курсанттарға һәм моряктарға ярҙамға килә. Шулай Петроградты һаҡлап ҡала алалар”, - тип яҙа ул үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.

Артефакт Башҡортостандың Милли музейында һаҡланасаҡ.

Автор:
Читайте нас