

Республикала “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Федераль программа сиктәрендә быйыл 146 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелә, шулай уҡ Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ҡасабалар иң яҡшы проекттары конкурсында еңгән 13 проект тормошҡа ашырыла.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Быйыл Дүртөйлө ҡалаһында элекке һыра заводы биләмәһендә йәштәр әүҙемлеге үҙәге барлыҡҡа килә. Ул Рәсәй Төҙөлөш министрлығы конкурсында еңеп сыҡҡан. Скейт-майҙансыҡ, асыҡ сәхнә, эскәмйәләр, стрит-бол урыны, йәйәүлеләр өсөн юлдар эшләнә. Майҙан күркәм дә, ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта заманса биҙәлеше менән айырылып тора. Самокат һәм велосипед менән йөрөү өсөн дә уңайлы. Юл буйҙарында сәскәләр, ағастар ултыртылған, заманса яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған.
“Уңайлы ҡала мөхите” федераль программаһы буйынса эштәр республиканың 38 район һәм ҡалаһында тамамланған. Бөтә объекттарҙы ла 1 декабргә тиклем йыһазландырыу ҡарала.