+7 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Октября 2021, 07:56

Яңы инвестиция проекттары

Башҡортостан Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә яңы инвестиция проекттары хаҡындә һөйләшеү үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы инвестиция проекттарыЯңы инвестиция проекттары
Яңы инвестиция проекттары

Башҡортостан Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә яңы инвестиция проекттары хаҡындә һөйләшеү үтте.

 

Инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн төп майҙан – “Алға” махсус иҡтисади зонаһы, тип белдерҙе  беренсе вице-премьер – Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Стәрлетамаҡ һәм Ишембай районы биләмәләрендә урынлашҡан “Алға” махсус иҡтисади зонаһында 2022 – 2024 йылдарҙа электр һәм һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре, автомобиль һәм тимер юлдар төҙөлә. Бының өсөн 2,4 миллиард һум аҡса тотонола.  Был 8,5 миллиард һумлыҡ шәхси инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеге бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта резиденттарҙың һалым кереме ун йылда 7,2 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Республика шулай уҡ инвесторҙарға 50 миллион һумдан күберәк проекттар буйынса инфраструктура төҙөүгә сығымдарын ҡайтара. Был маҡсатҡа йыл һайын 1,5 миллиард һум йүнәлтелә.

Инвестиция йәлеп итеүҙең тағы бер йүнәлеше – торлаҡ төҙөү һәм уңайлы ҡала мөхите булдырыу. Рәсәйҙең туғыҙ төбәге инфраструктура бюджет кредиты ала. Улар араһында Башҡортостан да бар. Кредит 14,8 миллиард һум тәшкил итә. Был аҡса Өфө һәм Нефтекамала инженер, транспорт һәм социаль инфраструктура объекттары төҙөүгә йүнәлтелә.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас