+9 °С
Ясно


Коронавирусҡа ҡағылышлы мәғлүмәттәр ҙур хафаға һала: Башҡортостанда тәүлек эсендә сир 497 ауырыуҙа асыҡланған, 27 яҡташыбыҙ донъя ҡуйған, вирус йоҡтороусылар йәмғеһе 70 меңгә яҡынлаша – аныҡлап әйтһәк, 69 294.
Яуыз инфекцияны еңеүселәрҙең дөйөм һаны – 60 164, шул иҫәптән 557 кеше, уҙған тәүлектә сәләмәтләнеп, дауахананан сыҡҡан.
Республикала вакцинация дауам итә: прививканың тәүге компонентын яһатыусылар – 1 301 720, икенсеһен дә эшләтеүселәр — 1 193 984.
Фото "Башинформ"дан алынды.