+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Октября 2021, 04:36

Вирус балаларға ла шәфҡәтһеҙ

“Башинформ” агентлығында үткән брифингта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин илдә үҫмерҙәрҙе ковидтан вакцинациялау планлаштырылыуын билдәләне.

Вирус балаларға ла шәфҡәтһеҙВирус балаларға ла шәфҡәтһеҙ
Вирус балаларға ла шәфҡәтһеҙ

“Башинформ” агентлығында үткән брифингта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин илдә үҫмерҙәрҙе ковидтан вакцинациялау планлаштырылыуын билдәләне.

 “Республикала ковид йоҡтороусы балалар һаны арта. Пандемияның беренсе һәм икенсе тулҡынында вирус эләктергән балаларҙың 90 процентында сир беленмәйенсә үтә ине. Хәҙер балалар ҡаты ауырый, улар нигеҙҙә – үҫмерҙәр. Улар Республика йоғошло сирҙәр дауаханаһының, башҡа госпиталдәрҙең махсус бүлектәрендә дауалана. Яңы тыуған сабыйҙар араһында ла вирус йоҡтороусылар бар – бөгөнгө көндә бәпестәр реанимацияһында бер айға тиклемге 12 бала ята”, – тип хәбәр итте министр.

“Әлеге ваҡытта 12 йәшлек һәм унан олораҡ үҫмерҙәр өсөн вакцинаны теркәү тамамланып килә”, – тип өҫтәне Максим Забелин.

Федераль киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, йәйен 12-17 йәшлек үҫмерҙәрҙә “Спутник V” вакцинаһын клиник тикшереүҙәр үтте. Ирекмәндәргә өлкәндәр өсөн файҙаланылыусы препарат менән прививка яһағандар – тик бәләкәй миҡдарҙа. Элек Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко илдә балаларға коронавирустан вакцинация буйынса талаптар индерергә ниәтләмәүҙәре хаҡында һөйләгәйне. COVID-19-ҙан прививка хроник сирҙәре булған балаларға яһарға тәҡдим ителәсәк.

Максим Забелин әйтеүенсә, әле балалар араһында инфекция таралыуын иҫкәртеүҙең төп ысулдары булып дистанцион уҡыу, мәктәпкәсә учреждениеларҙа һәм мәктәптәрҙә карантиндар индереү тора. Был ысулдар үҙ һөҙөмтәлелеген күрһәтте.

Автор:
Читайте нас