+13 °С
Облачно


Башҡортостанға йылы көндәр ҡайтасаҡ. Тик, Башҡортостан гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре хәбәр итеүенсә, – оҙаҡҡа түгел. Алдағы ике көндә көндөҙ 14 градусҡа тиклем йылытасаҡ. 6 октябрҙә ҡайһы бер райондарҙа ямғыр яуыуы ихтимал, 7 октябрҙә иһә яуым-төшөм көтөлмәй.
“Гисметео-Өфө” порталы мәғлүмәттәре буйынса, республикабыҙ баш ҡалаһында төндә минус 1 градусҡа тиклем һалҡынайтһа, көндөҙ 10 градусҡаса йылы булыуы мөмкин.
Сығанаҡ: “Башинформ”.