-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Октября 2021, 05:31

Өфө күркәмләнә

Быйыл “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырғанда тик урында етештерелгән продукция һәм ҡоролмалар ғына ҡулланыла.  Мәҫәлән, балалар майҙансыҡтары – Благовещенда, яҡтыртҡыстар – Ишембайҙа, видеокамералар – Күмертауҙа, эскәмйәләр Өфөлә етештерелгән. Бынан тыш, Башҡортостанда тротуар плиткаһы етештереү ҙә яйға һалына.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө күркәмләнәӨфө күркәмләнә
Өфө күркәмләнә

Быйыл “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырғанда тик урында етештерелгән продукция һәм ҡоролмалар ғына ҡулланыла.  Мәҫәлән, балалар майҙансыҡтары – Благовещенда, яҡтыртҡыстар – Ишембайҙа, видеокамералар – Күмертауҙа, эскәмйәләр Өфөлә етештерелгән. Бынан тыш, Башҡортостанда тротуар плиткаһы етештереү ҙә яйға һалына.

 

Республикала 140 ихата биләмәһендә комплекслы төҙөкләндереү эше тамамланыу алдында. Әле “Башҡортостан ихаталары” программаһы 99 процентҡа тормошҡа ашырылған.

“Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә 2021 йылда Өфөлә 78 күп фатирлы йортто берләштергән 17 ихата биләмәһе төҙөкләндерелә.

Дим районының Левитан урамы буйлап проектҡа өҫтәмә рәүештә ял итеү урыны ла булдырыла. Ихатала фонтан реконструкциялана, ял зонаһы төҙөкләндерелә, трансформатор подстанцияһы сағыу граффити менән матурлана. Шулай уҡ ихата биләмәһендә дүрт балалар уйын майҙансығы, ике спорт майҙаны ҡуйыла.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас