

Мәскәү өлкәһендәге “Патриот” паркында Агросәнәғәт комплексы аҙналығы эшләй башланы. Уның сиктәрендә шулай уҡ 23-сө “Алтын көҙ – 2021” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе – ауыл хужалығы тармағы ҡаҙаныштарына арналған иң ҙур күргәҙмә ҡаралған.
Форумда 35 кешенән торған Башҡортостан делегацияһы ҡатнаша. Уның составына республика Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы, муниципаль райондар хакимиәттәре, төбәктең агросәнәғәт комплексы ойошмалары һәм предприятиелары вәкилдәре ингән.
Бөгөн түңәрәк өҫтәлдәр һәм панелле дискуссиялар үтә, унда тармаҡты ғилми һәм кадрҙар йәһәтенән тәьмин итеү, агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы, тәбиғи ризыҡтар етештереүҙе үҫтереү һәм башҡа бик күп темалар ҡарала. Башҡортостан делегацияһы ағзалары форумдың эшлекле ошо программаһында иң әүҙем ҡатнашыусылар булып тора.
Башҡорт балы һәм ҡаҙы (“Прочный мед” һәм “Башҡорт ҡаҙы” компаниялары тауарҙары), “Таврос” компанияһынан тәмлекәстәр һәм ит ризыҡтары, “Сава” бренды аҫтындағы колбаса төрҙәре, “Боска-Рус” шампаны, “Пищепром” предприятиеһы соустары, повидло һәм кетчуптары, “Башспирт” тауарҙары күргәҙмәгә килгән кешеләрҙә һоҡланыу уята.
Сара барлыҡ эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәп ойошторола. Әйткәндәй, былтыр “Алтын көҙ – 2021” форумы онлайн-форматта үткәйне.