+5 °С
Облачно


Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙҙә яңы байрам – Атай көнө барлыҡҡа килеүе хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ул октябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнәсәк, тиелә рәсми документта.
Быйыл байрам 17 октябргә тура килә.
Атай көнөн булдырыу идеяһы менән Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сығыш яһаған, иң башта иһә был турала Бала хоҡуҡтары буйынса элекке вәкил Анна Кузнецова тәҡдим иткән.
Фото "Башинформ"дан алынды.