+13 °С
Облачно


2022 йылда Башҡортостанда Рәсәйҙең республика халыҡтары ҙур өлөш индергән 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыу билдәләнә.
Республика Башлығының тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, сараға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты булдырыла, шулай уҡ саралар планы әҙерләнә. Указдың үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Республикаһы башлығы хакимиәтенә йөкмәтелгән.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.