

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында бөгөн үткән брифингта республика һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, вакцина һалдырғандар ауырыуҙы еңел үткәрә, тип белдерҙе.
“Коронавирус инфекцияһы менән ауырыусылар араһында вакцина һалдыртҡандар нисбәте - 4%. Ғәмәлдә, ауыр патологияһы булғандар сиргә дусар. Шул уҡ ваҡытта прививка яһатҡандар ауырыуҙы еңел үткәреүен билдәләргә кәрәк. Госпиталдарҙа ятып ауырыусылар араһында вакцина алғандар ни бары 0,3 процент ҡына тәшкил итә. Эксперттар фекеренсә, вакцинация – инфекцияның таралыуына ҡаршы һәм уның ауыр үтеүен профилактикалауҙа ышаныслы сара. Бөгөнгө көндә реанимацияла ятыусылар һәм интенсив дауаланыусылар араһында вакцинация үткәндәр юҡ”, - тине Максим Забелин.
Валерий Шахов фотоһы.