

“Республикала вакцинациялау һүлпән барған осраҡта, ғинуар-февралдә коронавирустың артабанғы тулҡыны булыуы ла ихтимал", – тине бөгөн “Башинформ”да үткән брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
“COVID-19 – һауа-тамсы юлы менән таралыусы инфекция. Әле эпидемиологик миҙгел – көҙгө-ҡышҡы осор башланып ҡына тора. Фараз яһау ҡатмарлы, ләкин коллектив иммунитетты арттырмаһаҡ, эпидемиологтар фекеренсә, артабанғы тулҡын киләһе йылдың ғинуар-февралендә булыуы ихтимал”, – тине министр.
Ул халыҡтың 80 процентына вакцинациялауға өлгәшмәгәндә, эпидемиологик хәл тотороҡланмасағын билдәләне. “Кафеларға, кинотеатрҙарға, күргәҙмәләргә, концерттарға йөрөй алырлыҡ ҡәҙимге тормошҡа ҡайтыу өсөн иң тиҙ юл – вакцинация. Коллектив иммунитетҡа өлгәшмәһәк, коронавирус арҡаһында сикләүҙәр әле оҙаҡ ваҡыт ғәмәлдә буласаҡ. Эпидемиологик хәлгә ҡарап, уларҙың ҡәтғиләнеүе лә мөмкин”, – тине Максим Забелин.
Фото "Башинформ"дан алынды.