

4 октябргә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 68 797-гә еткән. Тәүлек эсендә сир 488 ауырыуҙа асыҡланған. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Пандемия башланғандан алып 59 607 кеше инфекцияны еңеүгә өлгәшкән, шуларҙың 208-е үткән тәүлектә дауахананан сыҡҡан.
Республикала йоғошло сирҙәрҙән дауаланыусылар өсөн 6 550 койка булдырылған. Бөгөнгө көндә шуларҙың һигеҙ проценты буш.
Максим Забелин шулай уҡ коронавирустан вакцинация дауам итеүен әйтеп үтте. Республикала прививканың беренсе компонентын 1 299 326 кеше яһатҡан, икенсеһен дә эшләтеп, вакцинацияны тамамлаусылар – 1 192 901.
Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, Башҡортостандың Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге координаторы Римма Үтәшева 27 сентябрҙән 3 октябргә тиклем үҙәк белгестәре халыҡтан 28 840 мөрәжәғәт ҡабул итеп эшкәртеүен хәбәр итте. Шылтыратыуҙарҙың күбеһе тест һөҙөмтәләрен аныҡлауға, өйҙә амбулатор дауалауҙы ойоштороуға, ковидтан вакцина эшләтеүгә ҡағыла. Римма Үтәшева, шылтыратыуҙар артыу сәбәпле, өҫтәмә волонтерҙар кәрәклеген билдәләне. Радий Хәбиров ҡыҫҡа ваҡытта үҙәк штатын тейешле һандағы волонтерҙар менән тулыландырырға ҡушты.
Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы етәксеһе Анна Казак балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, колледждарҙа, шулай уҡ сауҙа үҙәктәрендә, йәмәғәт транспортында санитария нормаларының күҙәтелеүен тикшереү буйынса рейдтар үткәрелеүе хаҡында һөйләне. Республиканың 240 мәктәбендә коронавирус йоҡтороу осраҡтары асыҡланған кластарҙы карантинға ебәргәндәр. Бынан тыш, прививка яһатыусылар проценты түбән булған, сирләүселәр артҡан предприятиеларҙа Роспотребнадзор тәҡдиме буйынса мотлаҡ вакцинация үткәреү индерелгән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткән аҙнала, оператив штаб ултырышы йомғаҡтарынан сығып, коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индереүен иҫкә төшөрөп үтте. Ковидҡа ҡаршы сараларҙың тәүгеләре 4 октябрҙән эшләй башлай. Республика етәксеһе яуаплы ведомстволарға указдың положениелары үтәлешен контролдә тоторға ҡушты.
– Коронавирусҡа бәйле хәл вакцинация темпы әкренәйеү менән ҡатмарлаша, – тине Башҡортостан Башлығы. Ул прививка мөһимлеген аңлатыу буйынса эш алып барырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото БР Һаулыҡ Һаҡлау министрлығы сайтынан.