+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Октября 2021, 15:45

Өс ҡыҙҙың башына еткән енәйәтсенең исеме асыҡланған

Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында булған ҡот осҡос енәйәт бөтә халыҡты тетрәндерҙе.

Өс ҡыҙҙың башына еткән енәйәтсенең исеме асыҡланғанӨс ҡыҙҙың башына еткән енәйәтсенең исеме асыҡланған
Өс ҡыҙҙың башына еткән енәйәтсенең исеме асыҡланған

Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында булған ҡот осҡос енәйәт бөтә халыҡты тетрәндерҙе.

30 сентябргә ҡараған төндә урындағы медицина колледжы студенттарының ҡуртымға алынған фатирҙа үле килеш табылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Улар - 17 йәшлек Айгизә У. (Баймаҡ районы), 18 йәшлек Әҙилә К. (Күгәрсен районы), 19 йәшлек Зөлфиә С. (Баймаҡ районы).

“Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, тәфтишселәр енәйәтсенең исем-шәрифен асыҡлаған. Ул – 1991 йылда Орск ҡалаһында тыуған, быға тиклем кеше үлтереп хөкөмгә тарттырылған Лазарев Александр Вячеславович.

Уның шәхесен енәйәт урынынан алыҫ булмаған ерҙә табылған ҡанға буялған кейемдәре буйынса экспертиза һөҙөмтәләренә таянып асыҡлағандар.

Автор:
Читайте нас