+9 °С
Облачно


Ковид инфекцияһы яңы көс менән һөжүм итә. Башҡортостанда тәүлек эсендә сир 452 ауырыуҙа асыҡланған. Вирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 67 331.
Зәһәр ауырыу уҙған тәүлектә 22 яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән. Афәттән вафат булыусылар хәҙер 1 637 булып китте.
Кисәле-бөгөнлө 315 кеше, яһил вирусты еңеп, дауахананан сыҡҡан. Һауығыусылар йәмғеһе 58 649 иҫәпләнә.
Республикала ковидҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 1 287 672 кеше яһатҡан, икенсеһен дә эшләтеүселәр – 1 180 855.