

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 30 сентябрҙә коронавирус инфекцияһынының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штабтың ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә – ковидтан вакцинация темпын арттырыу, халыҡ күп булған урындарҙа һәм йәмәғәт транспортында сир йоҡтороуҙы профилактикалау.
– Бөгөн Өфө районының Республика клиник йоғошло ауырыуҙар булдым. Кешеләр ауыр сирләй, ауырыусыларҙың нигеҙҙә бөтәһе лә тиерлек ковидтан вакцина яһатмаған, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, республика буйынса беҙ прививка яһатыу кампанияһының һүлпәнәйеүен билдәләйбеҙ. 1 октябргә ҡарата Башҡортостан халҡының кәмендә 80 процентын вакцинациялау кәрәк ине, ғәмәлдә иһә прививканы 50 проценттан саҡ ҡына артығырағы эшләткән. Йәғни беҙ, асылда, планды үтәмәйбеҙ. Был һандар ғына түгел, ә теүәл математик иҫәп. Билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеп кенә беҙ коллектив иммунитет булдырасаҡбыҙ һәм ҡәҙимге тормошҡа ҡайта аласаҡбыҙ.
Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин сентябрь башынан, кешеләр йәйге отпускыларҙан һәм каникулдарҙан хеҙмәт һәм уҡыу коллективтарына ҡайтыу менән, сирҙең көсәйеүен билдәләне.
– Ауырыусылар араһында прививка яһатҡан кешеләр – 1 проценттан аҙыраҡ, – тине Максим Забелин.
Радий Хәбиров министрлыҡтарға һәм ведомстволарға вакцинацияны тиҙләтеү буйынса аныҡ саралар тәҡдим итергә, йәмәғәт транспортында, мәҙәниәт, спорт һәм мәғариф учреждениеларында битлек режимын күҙәтеүгә контролде көсәйтергә ҡушты.