

Был этте ике аҙнанан ашыу күҙәтәм. Ул Өфөнөң Пархоменко урамындағы яңы, ләкин буш торған 152-се һанлы бина эргәһенән китмәй.
Урамдың ул яғында торлаҡ йорттар юҡ, тимәк, уны кемдеңдер эте тип әйтеп булмай. Аҡ төҫтә, уң ҡолағы һәленеп тора. Муйынсағына ҡарап, уның хужаһы булған, тип уйлайым.
Хатико (Японияла үлгән хужаһын туғыҙ йыл буйы көткән эт) Ибраһимов бульварына тиклем бара ла, кире борола. Йәки бина алдында торған килеш үткән кешеләрҙе байҡай. Еҫкәнеп, ҡайһыларына эйәреп бара бирә.
Уҫал түгел. Бер тапҡыр ғына ҡатын кешегә нишләптер өргәнен күрҙем.
Бөгөн тышта һалҡынса, шуға йомарланып ятҡан. Нисек тамаҡ туйҙыралыр, билдәһеҙ. Бәлки, кемдер ашаталыр – эргәһендә ризыҡ төргәге һауыты күренә.
Эт үҙенең хужаһын көтә. Быға шикләнергә урын юҡ. Бәлки, социаль селтәрҙәр аша ошо мәғлүмәтте ул уҡыр һәм тоғро дуҫын барып алыр.