

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, оператив штаб ултырышы йомғаҡтарынан сығып, коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға, мәҙәниәт йорттарына, кинотеатрҙарға, шулай уҡ күмәк халыҡ йыйылған спорт сараларына вакцина эшләтеү йәки алты ай эсендә коронавирус үткәреү хаҡында белешмә булғанда ғына инергә мөмкин. Был талап төнгө клубтарға ҡарата ла ғәмәлдә.
12 октябрҙән сауҙа үҙәктәренә, шәхси музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, кинотеатрҙарға, концерт залдарына ингәндә лә шул уҡ документтарҙы күрһәтергә кәрәк. Прививка яһатыу йәки коронавирус үткәреү хаҡындағы белешмәнән башҡа ҡала-ара автобустарға йәки “Орлан” ҡала яны поезына билет алып булмаясаҡ.
18 октябрҙән был сикләү сараһы матурлыҡ һәм массаж салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, 50-нән артыҡ урынлы йәмәғәт туҡланыу ойошмаларына ла ҡағыла.
Шул уҡ ваҡытта музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, сауҙа үҙәктәренә, матурлыҡ һәм массаж салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-спорт комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларына барғанда, ҡала-ара автобустарға һәм “Орлан” ҡала яны поезына билет алғанда ПЦР алымы менән эшләнгән анализдың кире һөҙөмтәһе хаҡында белешмә күрһәтергә лә мөмкин.
Был сикләүҙәр 18 йәштән өлкән кешеләргә ҡағыла.
4 октябрҙән өҫтәмә белем биреү ойошмалары дистанцион эшләүгә күсә.