

Рәсәй Федерацияһында төбәктәр үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы (штабы) ултырышында туғыҙ төбәккә инфраструктур бюджет кредиты биреү ыңғай хәл ителде, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Төбәктәр исемлегендә Башҡортостан да бар. Республика 14,8 миллиард һум кредит ала. Уны Өфөнөң, Нефтекаманың яңы биҫтәләрендә инженерлыҡ, транспорт һәм социаль инфраструктура объекттары төҙөүгә йүнәлтеү күҙаллана. Улар иҫәбендә юлдарҙы, юл айырсаларын реконструкциялау, Өфөнө көньяҡтан урап үтеү юлы, Ағиҙел йылғаһы аша күпер һәм башҡа проекттар бар.
Мәғлүм булыуынса, төбәктәрҙе үҫтереүҙең инфраструктур бюджет кредиты кеүек яңы механизмын ғәмәлгә индереү башланғысын Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләгәйне. Уны федераль кимәлдә ентекле экспертиза үткән аныҡ инфраструктура проекттарына йылына өс проценттан артмаған ставка менән 15 йылға тиклем бирәләр.