

Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы Ейәнсура ауылында башҡорт йәкшәмбе мәктәбе эш башлай. Уны асыу сараһы онлайн-форматта Рәми Ғарипов исеендәге беренсе һанлы республика интернат- гимназияһы базаһында үтәсәк.
Белем усағы Башҡортостан Башлығы грантына “Башҡорт теле- башҡорт иле” тигән проект нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ул республика халыҡтары телдәре һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Дәрестәр аҙнаһына өс сәғәт самаһы алып барыласаҡ. Республика педагогҡа ноутбук, кабинетты тематик биҙәү өсөн материалдар, уҡыу әсбаптәре һәм хеҙмәт хаҡына өҫтәлмә менән ярҙам итәсәк.
Ейәнсура ауылында асылған башҡорт йәкшәмбе мәктәбе иҫәбе буйынса өлкәләге һигеҙенсе. Йыл башынан алып ошондай белем усаҡтары Пермь крайы, Силәбе, Свердлов өлкәләре һәм Ханты- Мансы автономия округында асылды.