

Иртәгәнән, 1 октябрҙән, БДМУ клиникаһы базаһында яңынан ковид-госпиталь эшләй башлаясаҡ – терапия корпусы, былтырғы кеүек, коронавирус менән ауырыусыларҙы дауалау өсөн үҙгәртелә. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Госпиталь 200-ҙән ашыу ковид-ауырыуҙы ҡабул итергә әҙер. Унда 20 реанимация урыны булдырылған. Яһалма һулыш аппараттары ҡуйылған, ЭКМО ҡоролмаһы урынлаштырыла. Табиптар һәм шәфҡәт туташтары коронавирус менән сирләүселәрҙе дауалау буйынса етди тәжрибә туплаған.
БДМУ клиникаһындағы госпиталь, коронавирусҡа бәйле хәл яҡшырғас, быйыл ҡыш аҙағында ябылғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле сир яңынан көсәйҙе. Уҙған тәүлектә вирус 420 ауырыуҙа асыҡланған, 21 сырхау вафат булған.
Фото БДМУ клиникаһының "Бәйләнештә" селтәренән.