+21 °С
Облачно


Башгидрометүҙәк август айында республиканың сәнәғәт ҡалалары араһында иң бысраҡ һауа Салауатта булған, тип хәбәр итә. Белгестәр мәғлүмәттәре буйынса, ай дауамында унда этилбензолдың 7,5 тапҡырға артыҡ булыуы 21 мәртәбә теркәлгән.
Өфөлә көкөрт водороды, саң, этилбензол, водород хлориды, азот, көкөрт диоксидының нормативтан юғары булыуы 14 тапҡыр билдәләнгән.
Стәрлетамаҡта һауала этилбензол, формальдегид, изопропилбензол артыҡ юғары осраҡтар алты тапҡыр асыҡланған.
Фото ГорОбзор.ру