

Үткән һайлау йомғаҡтары буйынса, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың ғәмәлдәге өс депутаты үҙ урындарын бушата.
Эльвира Айытҡолова һәм Римма Үтәшева Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына эшкә күсә. Шулай уҡ КПРФ-тан күрһәтелгән депутат Андрей Егоровтан Өфө ҡала Советына һайланыуына бәйле вәкәләтен һалған.
Вазифаларын ҡалдырған бөтә депутаттар партия исемлеге буйынса һайланған, шуға уларҙың мандаттары «Берҙәм Рәсәй» һәм КПРФ партияларының тәҡдимдәре буйынса алмаштырыла, өҫтәмә һайлау уҙғарыу талап ителмәй.
Бынан тыш, һайлау кампанияһы йомғаҡтары буйынса республика парламентын өс депутат - Тамара Танһыҡҡужина, Милана Скоробогатова һәм Заһир Хәкимов тулыландырғайны инде.