

Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында үлтерелгән ҡыҙҙарҙың исем- шәрифтәре билдәле булды. Ә социаль селтәрҙәрҙә енәйәтсе булыу ихтималлығы менән таратылған фотолағы егет үҙенең ғәйебен инҡар иткән. Ул полицияға үҙе мөрәжәғәт иткән һәм ошо көндәрҙә Өфөлә булыуын хәбәр иткән.
Ҡыҙҙарҙың береһе Баймаҡ районының Йомаш ауылында йәшәп киткән, икенсеһе Үрге Иҙрис ауылынан. Уға ни бары 17 йәш булған, ә 19 йәшлек өсөнсө ҡыҙ Күгәрсен районының Төйөмбәт ауылынан.
Енәйәттә ғәйепләнеүсе итеп Күгәрсен районынан 18 йәшлек егеттең фотоһын тараталар. Ул ҡыҙҙарҙың береһенең егете булған тип бара белгестәр. Ләкин егет үҙенең ғәйебен танымаған һәм Өфөлә булыуын хәбәр иткән.
Мәғлүм булыуынса, ҡыҙҙар сәнселгән яраларҙан йән биргән. Енәйәтсе уларға балта менән һуҡҡан.
Башҡортостан Башлығы Баймаҡ һәм Күгәрсен райондарының хакимиәт башлыҡтарына ҡанһыҙ бәндәләрҙең ҡулынан харап булған ҡыҙҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙе йөкмәткән.
Ейәнәтте тикшереүҙе Рәсәй тәфтиш комитеты үҙ контроленә алған.