+7 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Сентября 2021, 03:10

Йәш музыканттар өсөн «Елкән» телевизион конкурсы старт ала

Халыҡ-ара музыка көнө алдынан, 30 сентябрҙә, Башҡортостан юлдаш телеканалында «Тамыр» студияһы үҙенсәлекле телевизион проект башлай. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш музыканттар өсөн «Елкән» телевизион конкурсы старт алаЙәш музыканттар өсөн «Елкән» телевизион конкурсы старт ала
Йәш музыканттар өсөн «Елкән» телевизион конкурсы старт ала

Халыҡ-ара музыка көнө алдынан, 30 сентябрҙә, Башҡортостан юлдаш телеканалында «Тамыр» студияһы үҙенсәлекле телевизион проект башлай. 

Йәш музыканттарҙың «Елкән» беренсе  телевизион конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы уңайынан ойошторола.

Проектта ҡатнашыусылар башҡорт композиторҙарының ғына әҫәрҙәрен башҡара. Конкурстың һайлап алыу турына 173 ғариза килгән. Дүрт номинацияға (фортепиано, ҡыллы, тынлы, халыҡ уйын ҡоралдары) 43 йәш музыкант үткән. Балаларҙың конкурс программаһын республикала һәм унан ситтә билдәле музыканттар, сәнғәт эшмәкәрҙәре6 Артур Нәзиуллин, Илшат Мөслимов, Шәүрә Сәғитова, Артур Ғайсаров, Виктория Симонова баһалаған.

Йәш музыканттарҙың «Елкән» беренсе  телевизион конкурсын һәр кесаҙна киске 8 тула 15 минутта БСТ каналында ҡарағыҙ.

Автор:
Читайте нас