+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Сентября 2021, 08:04

Шишмә халҡы арҙаҡлы шәхесенең исемен мәңгеләштерҙе

Шишмә районында беренсе башҡорт парламентарийына һәйкәл асылды. Был сара башҡорттарҙың мең ырыуы вәкиле, дәүләт эшмәкәре Ҡәнзәфәр бейҙең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштерҙе. Бюстың авторы, скульптор, юридик фәндәр докторы Рафаэль Зиннуров.

Шишмә халҡы  арҙаҡлы шәхесенең исемен мәңгеләштерҙеШишмә халҡы  арҙаҡлы шәхесенең исемен мәңгеләштерҙе
Шишмә халҡы арҙаҡлы шәхесенең исемен мәңгеләштерҙе

Шишмә районында беренсе башҡорт парламентарийына һәйкәл асылды. Был сара башҡорттарҙың мең ырыуы вәкиле, дәүләт эшмәкәре Ҡәнзәфәр бейҙең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштерҙе. Бюстың авторы, скульптор, юридик фәндәр докторы Рафаэль Зиннуров.

Скульптор үҙенең хеҙмәтен башҡорт халҡының данлы улдарының исемен мәңгеләштереүгә арнаған. Сөнки Рафаэль Зиннуров авторлығындағы һәйкәлдәр бөгөн республикабыҙҙың ете районында бар. Ә был бюст Фазлетдин Ислаховтың картинаһы буйынса башҡарылған.

-Башҡорттар халыҡ өсөн ҡатмарлы сәйәси ваҡиғалар осоронда бик ғәҙел ҡарар ҡабул иткән. Улар үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтселегенә ҡушылған. Башҡортостанды Рәсәй федерализмының башында торған төбәк тип әйтергә мөмкин. Килешеү төҙөгәндә башҡорт ырыуҙарының тәҡдимдәре, теләктәре иҫәпкә алынған. Һәр ырыу үҙ етәксеһен ебәргән.

Меңдәр Ҡәнзәфәр бей етәкселегендә дүрт илсеһен ебәргән. Башҡорттар үҙҙәренең аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлап ҡала алыуы- шул осор өсөн ҙур ҡаҙаныш,- тине Рафаэль Зиннуров.

Бюстың макеты Шишмә районының крайҙы өйрәнеү музейына тапшырылған. Район хакимиәте башлығы Ришат Мансуровтың билдәләүенсә, оҙаҡламай музейҙа Ҡәнзәфәр бейгә арналған мөйөш барлыҡҡа киләсәк һәм артабан уға арналған саралар ошо бинала уҙғарыласаҡ.

Шишмә ере республикабыҙға бик күп арҙаҡлы шәхестәр биргән. Мостай Кәрим, Фәриҙә Ҡудашева, Зәйтүнә Бикбулатоваларҙың исемдәре генә - үҙҙәре ни тора!

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас