+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Сентября 2021, 12:17

“Дүртенсе тулҡын” ниндәй булыр?

“Пандемияның “дүртенсе тулҡыны” айырыуса ауыр булмаҡсы. Был турала ковидҡа бәйле хәлгә арналған брифингта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова белдерҙе.

“Дүртенсе тулҡын” ниндәй булыр?“Дүртенсе тулҡын” ниндәй булыр?
“Дүртенсе тулҡын” ниндәй булыр?

“Пандемияның “дүртенсе тулҡыны” айырыуса ауыр булмаҡсы. Был турала ковидҡа бәйле хәлгә арналған брифингта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова белдерҙе. Ул республикала коронавирус менән сирләүселәр артыуын билдәләне. Ковид-госпиталдәргә һалынған ауырыуҙарҙың 70 процентҡа яҡыны – 60 йәштән өлкән кешеләр. “Был “тулҡында” ковид менән балалар ҙа күп ауырый. Ләкин улар сирҙе байтаҡҡа еңел үткәрә”, – тине министр урынбаҫары.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, тәүлек эсендә инфекция 391 ауырыуҙа раҫланған. 29 сентябргә ҡарата коронавирус йоҡтороусылар йәмғеһе 66 459 иҫәпләнә.

Бөгөнгө көндә республикала ете меңдән ашыу сырхау ковидтан дауалана. Амбулатор дауаланыусылар – 6 310, стационарҙа ятыусылар – 733.

Бер тәүлектә 509 кеше дауахананан сыҡҡан. Яуыз вирусты еңеүселәрҙең дөйөм һаны – 57 822.

Уҙған тәүлектә коронавирустан йәнә 19 ауырыу вафат булған. Пандемия башланғандан алып унан 1 594 яҡташыбыҙ донъя ҡуйған.

Дауахананан тыш пневмонияға килгәндә, мәғлүмәттәр түбәндәгесә: кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы 172 ауырыуҙа асыҡланған, 160 кеше был сирҙән һауыҡҡан.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас