

Ишембай районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты тәҡдим иткән “Яҡташтар традициялары” арт-проекты Рәсәй Президенты гранты отҡан.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Арт-проект йәштәрҙе башҡорт мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға йүнәлтелгән.
457 мең һум грант аҡсаһына ишембайҙар башҡорт милли костюмы элементтары ҡулланылған заманса көндәлек кейемдәр булдырырға һәм уларҙы Ишембайҙа, Салауатта, Стәрлетамаҡта күрһәтергә йыйына, тип белдерә Ишембай районы хакимиәтенең милли проекттарға һәм программаларға етәкселек итеү бүлеге.
Ғариза яҙыр алдынан район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты 18 – 35 йәшлектәрҙең фекерен өйрәнгән. Респонденттарҙың 79,3 проценты милли кейемде популярлаштырыуҙа ҡатнашырға һәм заманса кейемдә йөрөргә әҙерлеген белдергән.
Фото – Ишембай районы хакимиәтенең милли проекттарға һәм программаларға етәкселек итеү бүлеге.