

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһына һәм киҫкен респиратор вируслы сирҙәргә бәйле эпидемиологик хәл ҡатмарланыуы сәбәпле, мобиль вакцинациялау пункттары һанын кәметәләр. Шулай итеп, 11 мобиль пункттан өсәү генә ҡала: “Торатау” Конгресс-холында (иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске етегә тиклем эшләй), “Башҡортостан” Лайфстал-үҙәгендә (көндөҙгө сәғәт берҙән киске етегә ҡәҙәр) һәм “Мир” сауҙа үҙәгендә (көндөҙгө сәғәт берҙән киске етегә хәтлем).
Бөгөнгө көндә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 66 069. Уҙған тәүлектә 384 яңы ауырыу өҫтәлгән.
Ковид-госпиталдәрҙә вирусҡа ҡаршы дауаланыусылар – 654, шул иҫәптән 387-һе – 60 йәште үткәндәр. Сырхауҙарҙың 35-е ауыр хәлдә, туғыҙы – яһалма һулыш аппаратында. Дауаны амбулатор шарттарҙа алыусылар – 6 526, 3 624-е – 60 йәштән өлкәндәр.
Тәүлек эсендә 611 кеше, коронавирустан сәләмәтләнеп, дауахананан сыҡҡан. Пандемия башланғандан алып унан һауығыусылар – 57 313.
Үткән тәүлектә афәт йәнә егерме ғүмерҙе өҙгән. Зәһәр инфекциянан вафат булыусылар хәҙер 1 575-кә еткән.
Дуахананан тыш пневмония кисәле-бөгөнлө 168 ауырыуҙа асыҡланған, үпкә ялҡынһыныуынан һауығыусылар – 152.
Республикабыҙҙа ковидҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын яһатыусылар – 1 273 747, икенсеһен дә эшләтеүселәр – 1 165 720.
Фото "Башинформ"дан алынды.