

Картуфты юҡҡа ғына икенсе икмәк менән сағыштырмайҙар. Әбйәлил районында ойошторолған “Ғәли йәнәптәре картуф!” бәйгеһе тап ошо йәшелсәгә арналды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Мәҙәниәт ойошмаларына кешеләрҙе нисек ылыҡтырырға? “Мәҙәниәт” милли проекты тап шундай бурыс ҡуя бит. Ҡыҙыҡлы, көнүҙәк һәм ғәҙәти булмаған сара уйлап табырға кәрәк. Красная Башкирия ауылында тап шундай сара ойошторолдо ла инде, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.
Бәйгелә ҡатнашыусылар сәләмләү, картуф тураһында таҡмаҡ йырлау, иң яҡшы костюм тәҡдим итеү, картуфтан үҙенсәлекле ризыҡтар әҙерләү буйынса ярышты. Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Шулай уҡ картуф һатыу ҙа ойошторолдо.
Сағыу, күңелле саранан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.
Фото – Әбйәлил районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.