

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе 91 йәшлек өләсәйҙе алдап, ярты миллионға яҡын аҡсаһын алып сығып киткәндәр.
21 сентябрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, тыл эшсәне булған өләсәйҙең фатирына ишек ҡағалар. “Иҫке аҡсаларҙы яңыларына алмаштырам, әгәр алмаштырып өлгөрмәһәгеҙ, аҡсағыҙ юҡҡа сыға", – ти таныш булмаған ҡатын. Күрәһең, ул кеше күңеленә инергә оҫтарып бөткән йылғыр бур булғандыр инде, өләсәй уны фатирына индерә һәм шкафында ятҡан бөтә аҡсаһын – 400 мең һумын сығарып бирә. Ханым, “аҡсаны алмаштырып килтерәм” тип сығып китә лә юҡ була.
Өләсәй Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса тикшереү идаралығына мөрәжәғәт иткән, енәйәт эше асҡандар. Әлеге хәл тағы ла бер тапҡыр шул турала һөйләй: кеше иҫәбенә байырға теләүсе уғрыларҙан һаҡ булырға кәрәк.