+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Сентября 2021, 16:42

Ковид йоҡтороусылар 65 меңдән артты

27 сентябргә ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 65 684 иҫәпләнә.

Ковид йоҡтороусылар 65 меңдән арттыКовид йоҡтороусылар 65 меңдән артты
Ковид йоҡтороусылар 65 меңдән артты

27 сентябргә ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 65 684 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә сир тағы ла 374 ауырыуҙа раҫланған. Был турала Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин белдерҙе.

Әлеге мәлдә йоғошло сирҙәр менән ауырыусылар өсөн 5 465 койка бүленгән, шуларҙың 770-е республика дауаханаларында өҫтәмә рәүештә асылған ковид-госпиталдәрҙә булдырылған.

Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе Анна Казак әйтеүенсә, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, колледждарҙа, шулай уҡ сауҙа үҙәктәрендә һәм йәмәғәт транспортында санитария талаптарының үтәлеше тикшерелеп тора. 279 мәктәптә коронавирус йоҡтороу осраҡтары асыҡланған кластарҙы карантинға ебәргәндәр. Анна Казак билдәләүенсә, Башҡортостанда эпидемиологик хәл грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекциялар артыу сәбәпле лә ҡатмарлаша.

Радий Хәбиров республикала битлек режимын күҙәтеүгә контролде көсәйтергә, вакцинация темпын  арттырырға ҡушты. Ул үткән аҙнала оператив штаб ултырышында күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы сараларҙы мөмкин тиклем кәметеү, ябыҡ биналарҙағы спорт ярыштарын тамашасыларһыҙ үткәреү, мәҙәниәт учреждениеларына вакцинация йәки кире һөҙөмтәле ПЦР-тест хаҡында белешмә булғанда ғына индереү тураһында ҡарар ҡабул итеүҙәрен иҫкә төшөрөп үтте.

Башҡортостан Башлығы республиканың Финанс министрлығына коронавирустан дауалау өсөн дарыуҙар алыуға аҡса бүлергә ҡушты.

– Ауырыуҙарға бушлай дарыу биреүҙе туҡтатыу менән шунда уҡ ковид-госпиталдәрҙә пациенттар һаны арта, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Шуға күрә ашығыс рәүештә кәрәкле медикаменттарҙы алыу мөһим. Был маҡсатта беҙ бюджеттан аҙна һайын 50-шәр миллион һум аҡса бүләбеҙ.

 

  

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас