

“Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы сиктәрендә әлшәйҙәр дәртле көйҙәр аҫтында ағастар ултыртты.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Әлшәй районында “Йәшел Башҡортостан” һәм “Урманды һаҡлайыҡ” акциялары сиктәрендә ағас ултыртыу ойошторолдо. Сараның маҡсаты – ауылдарҙа таҙалыҡ, тәртип булдырыу, йәшеллекте арттырыу, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Сараға райондың төрлө ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы сыҡты. Район буйынса 1309 ағас ултыртылды, 400 кеше ҡатнашты, тип хәбәр итә ойоштороусылар.
Экологик акцияла район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин менән БР туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова ла ҡатнашты.
Ағас ултыртыу, биләмәне тәртипкә килтереү концерт менән үрелеп барҙы. Дәртле көйҙәр һәр кемдең кәйефен күтәрҙе.
Фото – БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.