

Ҡырмыҫҡалы районында мәктәп автобустарының хәүефһеҙ хәрәкәтен тәьмин итеү буйынса эштәр алып барыла. Быйыл Һарт-Шишмә, Ҡамышлы, Ҡаракүл, Александровка ауылдарында туҡталыш павильондары ҡуйылған.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Балаларҙы йөрөтөү менән 37 автобус шөғөлләнә.
“Ысын эштәр” партия проекты ҙур булмаған ауылдарҙы автобус павильондары менән тәьмин итә. Балалар ошонда автобус көтә. Район буйынса 30-ҙан ашыу павильон ҡуйылған, тип хәбәр итә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото – Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.