+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Сентября 2021, 05:54

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына - 90 йыл

  Бөгөн,  27 сентябрь,  Арыҫлан  Мөбәрәков исемендәге Сибай  дәүләт башҡорт  драма театры  тарихында шатлыҡлы ваҡиға – ул  90 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләй.  Ошо ваҡыт арауығында театр Башҡортостандың төрлө төбәктәрен урап сыҡты, сит өлкәләрҙә лә уңышлы сығыш яһаны һәм меңәрләгән тамашасының һөйөүен яулап, киң танылыу тапты. Урал аръяғының йөҙөк ҡашы булған  абруйлы, һоҡланғыс ижади коллектив театрҙың 90 йыллыҡ юбилейына арналған театрлаштырылған тамаша-концерт тәҡдим итә.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына - 90 йылАрыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына - 90 йыл
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына - 90 йыл

Юбилей тамашаһында спектаклдәрҙән төрлө өҙөктәр күрһәтеләсәк. Кисә йыр-шиғырҙар менән бергә үрелеп барасаҡ, мәртәбәле ҡунаҡтарҙың  ҡотлау сығыштары ла көтөлә. Сценарий авторы  —Башҡортостандың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова,  режиссеры —Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов. Тамаша киске 18.00 сәғәттә башлана.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас