+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Сентября 2021, 07:51

1,160 яҡташыбыҙ вакцинацияны тулыһынса үткән

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикабыҙға ковидтан йәмғеһе 1,759 миллиондан ашыу доза вакцина килтерелгән.

1,160 яҡташыбыҙ вакцинацияны тулыһынса үткән1,160 яҡташыбыҙ вакцинацияны тулыһынса үткән
1,160 яҡташыбыҙ вакцинацияны тулыһынса үткән

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикабыҙға ковидтан йәмғеһе 1,759 миллиондан ашыу доза вакцина килтерелгән. Был турала бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Ул прививканың тәүге компонентын – 1,269 миллионға яҡын, икенсеһен 1,160 миллион кеше яһатыуын билдәләне.

“Республикала 203 вакцинациялау пункты эшләй. Уларҙа вакцина етерлек”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Азат Рәхмәтуллин.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас